Авторское право © WWW : Нефтекамск. Официальный сайт администрации городского округа
Перепубликация материалов возможна только с устного или письменного разрешения Администрации сайта !
Название статьи , опубликовано Мәҡәләләр » Мәҙәниәт
02.12.08 10:01

Бөгөнгө көндә бында 30 йәшкә тиклем 58 меңгә яҡын йәштәр йәшәй. Был ҡалалағы дөйөм халыҡ  hанының 44 % тәшкил итә. Йәштәр hарайы ҡала йәштәре өсөн мәҙәниәт үҙәге булып hанала. Бында “Шаяндар hәм тапҡырҙар клубы”, “Студент яҙы”, “Йәш ғаилә”, “Нефтекама гүзәле”, “Һылыуҡай”, “Данко” кеүек конкурстар үткәреү матур йолаға әүерелде. Шуныhы ҡыуаныслы: был конкурстарҙа еңеүселәр республика hәм Рәсәй кимәлендә лә призлы урындар яулай. 12 йылдан ашыу 7 клубты берләштергән “Октава” йәштәр берекмәhе уңышлы эшләп килә.

Күп йылдар ағымында Нефтекама ҡалаһы Башҡортостандың төньяҡ–көнбайыш регионы өсөн ысын мәғәнәhендә мәҙәниәт үҙәге булып hанала. Ҡалала балаларға сәнғәт hәм музыка өлкәhендә белем биреүгә, профессиональ сәнғәткә hәм үҙ аллы ижади эшмәкәрлектең үҫешенә, халыҡтың ялын ойоштороуға бөтә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Өҫтәмә белем биреү hәм мәҙәниәт учреждениеларында 100–ҙән ашыу ижади коллективтар эшләй, шуларҙың 17–hе “Өлгөлө” йәки “Халыҡсан” исеменә лайыҡ. Нефтекама шулай уҡ фестивалдәр үҙәге булараҡ та киң танылған. Ҡала төрлө кимәлдә үткәрелгән 15 сағыу, үҙенсәлекле фестиваль hәм конкурстарҙың башлап ебәреүсеhе булып тора. Йыл hайын ҡалала башҡорт, славян, татар, мари мәҙәниәте көндәре үткәрелеп килә. Республикала үткәрелгән “Башҡортостан – социаль именлек өсөн” смотр–конкурсының  “Мәҙәниәт” номинацияhында Нефтекама өс йыл рәттән призлы урындар яуланы. Был еңеүҙәр ҡаланың бөтә мәҙәниәт учреждениелары: музыка hәм сәнғәт мәктәптәре, күргәҙмә залдары, музейҙар, китапханалар, клуб учреждениелары, Башҡорт дәүләт филармонияhының филиалы, Халыҡ ижады үҙәге hәм үҙ эшен яратып башҡарған оҫталарҙың хеҙмәт емеше. Нефтекама – йәштәр ҡалаhы. Бөгөнгө көндә бында 30 йәшкә тиклем 58 меңгә яҡын йәштәр йәшәй. Был ҡалалағы дөйөм халыҡтар hанының 44 % тәшкил итә. Йәштәр hарайы ҡала йәштәре өсөн мәҙәниәт үҙәге булып hанала. Бында “Шаяндар hәм тапҡырҙар клубы”, “Студент яҙы”, “Йәш ғаилә”, “Нефтекама гүзәле”, “Һылыуҡай”, “Данко” кеүек конкурстар үткәреү матур йолаға әүерелде. Шуныhы ҡыуаныслы: был конкурстарҙа еңеүселәр республика hәм Рәсәй кимәлендә лә призлы урындар яулай. 12 йылдан ашыу 7 клубты берләштергән “Октава” йәштәр берекмәhе уңышлы эшләп килә.

URL / WWW
http://neftcity.ru/index.php?dn=article&to=art&id=24