Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

15.07.20

Рәсәй курорттарында ял итеүселәр хаҡтар һәм сервис менән ҡәнәғәт түгел – һорау

Tvil.ru  сервисы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй курорттарында ял иткән күпселек туристар хаҡтар һәм сервис кимәле менән ҡәнәғәт түгел. Һорауға яуап биреүселәрҙең 48% аҙыҡ-түлеккә, туҡланыуға, хеҙмәттәргә һәм башҡаларға хаҡтар бик юғары тип иҫәпләй. Икенсе урында – сервис кимәленең түбән булыуы. Рәсәйҙәрҙең 21% уларҙы курорттарҙа һәм отелдәрҙә хеҙмәтләндереүҙәре оҡшамай. Туристарҙың 8% урындағы торлаҡ хужаларының үҙ-үҙен тотошона ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Һорауға яуап биреүселәрҙең 7% курорттарҙа ял итеүселәрҙең социаль дистанцияны һаҡлауын теләй. Пляж һәм дөйөм туҡланыу (2%), шулай уҡ номерҙарҙы сифатһыҙ йыйыштырыу (1,5%) менән ҡәнәғәт булмаған туристар аҙ. Ял итеүселәрҙең 9% ғына барыһы менән ҡәнәғәт.

{podcenter}