Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

01.07.16

Мосолмандар Ҡәҙер кисен ҡаршыларға әҙерләнә

Башҡортостан мосолмандары бөтә донъялағы диндәштәре менән бергә Ҡәҙер төнөн ҡаршыларға әҙерләнә. Ул изге Рамаҙан айының 27-се тәүлегендә билдәләнә. Быйыл байрам 1 июлдән 2-нә тура килә. Тап ошо төндә Ҡөрьәндең тәүге өҙөктәре төшөрөлә башлаған.  

Ҡәҙер төнөндә мосолмандар янына фәрештәләр төшә һәм улар беҙҙең яҙмышыбыҙҙы аныҡ билдәләй. Шуға күрә Ҡөрьән уҡыу, теләк теләү, Хоҙайҙан гонаһтарҙы ярлыҡауҙы һорау меңләтә яҡшы.

Ҡәҙер кисенең үҙенсәлектәре, мѳғжизәһе бар. Ғәҙәттә, был кистә кѳн йылы, аяҙ була, йондоҙҙар атылмай, ел иҫмәй. Ул кис етер алдынан таң ҡояшы булып, нурҙарын сәсеп торор.

Был төндә диндарҙарҙың күбеһе күмәк намаҙҙар, Ҡөрьән уҡый. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары Өфөләге «Ләлә-Тюльпан» мәсетенә бергә ифтар ҡылырға йыйыла.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.
{podcenter}