Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

16.06.16

Республикала вакансиялар һаны артҡан

Йыл башы менән сағыштырғанда, республикала «рәсми» вакансиялар һаны 23 меңдән 36 меңгә тиклем артҡан. Йыл башынан хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты 1,2-нән 0,8-гә тиклем кәмегән.

Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала рәсми рәүештә теркәлгән 25,6 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә, йәғни йыл башы менән сағыштырғанда 1,8 процентҡа кәмерәк.

Ошо ваҡыт эсендә 35 муниципалитетта эшһеҙҙәр һаны кәмегән. Бындай күренеш айырыуса Нефтекамала, Сибайҙа, шулай уҡ Стәрлебаш, Федоровка, Ҡариҙел, Бишбүләк, Ауырғазы һәм Ғафури райондарында теркәлгән.

Республиканың 27 ҡала һәм райондарында, киреһенсә, эшһеҙҙәр артҡан. Күбеһе — Туймазыла, Октябрьскийҙа, Салауатта, шулай уҡ Илеш, Ейәнсура, Шаран, Бүздәк һәм Архангел райондарында.

Быйыл февраль-апрель айҙарында эшсе көстәрҙе тикшереү һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 124 мең эшһеҙ кеше иҫәпләнгән (былтыр — 131 мең). Дөйөм эшһеҙлек кимәле иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һанынан 6,3 процент тәшкил иткән. Ил буйынса был күрһәткес 5,9 процентҡа тиң, Волга буйы федераль округында — 5,2 процент.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}