Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

03.06.16

Башҡортостанда уҙған йылда килемдәре кәмегән тармаҡтар билдәләнде

2015 йылда Башҡортостанда бер нисә тармаҡ предприятиеларының килеме кәмегән. Транспорт, элемтә, финанс эшмәкәрлеге, күмәртә сауҙа күрһәткестәрен насарайтҡан. Былтыр ошо өлкә предприятиелары республика ҡаҙнаһына килемгә һалымды бер йыл элеккегә ҡарағанда аҙыраҡ күсергән. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитетында төбәктең финанс министры Рида Собханғолова ошо хаҡта һөйләне.

Төп килем сығанаҡтарының кимәле яҡшы, тип хәбәр итте докладсы. Килемгә һалым ҡаҙнаға 36,2 миллиард һум аҡса килтергән. Был 2014 йылға ҡарағанда 3,3 миллион һумға күберәк. Рида Собханғолова әйтеүенсә, үҫешкә «Башнефть» компанияһынан 14 миллиард һумлыҡ керем йоғонто яһаған. «Уфаоргсинтез», «БашРТС», «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның күрһәткестәре лә һәйбәт.

«Дөйөм алғанда, былтыр килемгә һалымдың артыу темпы буйынса позициябыҙҙы яҡшырттыҡ. Республика илдә 49 урындан 32-гә күтәрелде», — тине Рида Собханғолова.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

{podcenter}