Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

02.06.16

Баш ҡалала тәҡдим ителгән иң юғары эш хаҡы — 200 мең һум

HeadHunter эш һәм хеҙмәткәрҙәр эҙләү сайтының тикшереүҙәр хеҙмәтендә асыҡланыуынса, май айында Өфөлә тәҡдим ителгән иң юғары хеҙмәт хаҡы 200 мең һум тәшкил иткән. Баш ҡаланың эш биреүселәре уртаса 25 мең һум вәғәҙәләй. Эш эҙләүселәр иһә 33 мең һумлыҡ хеҙмәт хаҡына риза.

«Быйыл май айы уҙған йылдарҙан бер аҙ айырыла, — тине HeadHunter сайтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Елана Таращук. — Әгәр быға тиклем яҙҙың һуңғы айында эш эҙләүселәрҙең һәм эш биреүселәрҙең әүҙемлеге кәмеһә, хәҙер иһә кире күренеш. Компаниялар ҙа күп кенә вакансиялар тәҡдим итә, халыҡ та эш эҙләүҙе көҙгә ҡалдырмай».

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

 
{podcenter}