Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

30.05.16

Башҡортостанда 20 мең самаһы кеше рус теленән БДИ тапшыра Читать полностью: http://www.bashinform.ru/bash/858318/#ixzz4IiKJIzDW

Бөгөн, 30 майҙа, Башҡортостанда рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыралар. Республика Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, имтихан ҡабул итеү пункттарына 20 мең самаһы кеше килә, уларҙың күбеһе быйыл мәктәп тамамлай. Республикала 104 имтихан тапшырыу пункты асылған.

Ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуймау өсөн аудиторияларҙа видеокамералар урынлаштырылған. Бынан тыш, бөтә пункттарҙа ла федераль инспекторҙар, йәмәғәт күҙәтеүселәре, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре 14 июнгә тиклем билдәле буласаҡ.

Рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы — мәктәп тамамлау тураһында таныҡлыҡ алыу өсөн мотлаҡ фәндәрҙең береһе. Уның һөҙөмтәләре теләһә ниндәй юғары уҡыу йортона инеү өсөн кәрәк.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/

 
{podcenter}