Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

31.03.16

Төбәктә ташҡын ваҡытында һыу баҫыу ихтималлығы булған урындар асыҡланды

Башҡортостанда ташҡын ваҡытында һыу баҫыу ихтималлығы булған урындар асыҡланды. Был хаҡта «Интерфакс-Волга буйы» агентлығында уҙған интернет конференцияһында республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Марат Латипов хәбәр итте.

«Өфөнөң Дим районында Новгород, Йәштәр урамдарына, Инорс биҫтәһендәге коллектив баҡсаларға, Максимовка ҡасабаһына, Калинин районында Фурманов урамына, Шакша биҫтәһенә хәүеф янай. Киров районында — Кооператив ялан, Кузнецов затоны, Ленин районында Нижегородка, Затон биҫтәләре һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Баш ҡаланың Орджоникидзе, Октябрь һәм Совет райондарында урынлашҡан хужалыҡ объекттарын да һыу баҫыуы мөмкин», — тип белдерҙе Марат Латипов.

Шулай уҡ ул быйыл республикала ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү буйынса эштең алдан ойошторолоуын билдәләне. 22 мартта техниканың әҙерлеге тикшерелде. Етәкселек төбәктең ташҡынға әҙерлеген ярайһы уҡ юғары кимәлдә тип баһалай.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

 
{podcenter}