Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

29.03.16

Республика илдең төҙөлөш тармағында хаҡтар ҡуйыу үҙәген булдырыу өсөн пилот төбәге итеп һайланд

Башҡортостан илдең төҙөлөш тармағында хаҡтар ҡуйыу һәм мониторинг үҙәктәрен булдырыу өсөн пилот төбәге булараҡ сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр итте Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Хәмит Мәүлийәров РБК телеканалының «Төҙөлөш — Рәсәй иҡтисады үҫеше программаһы» конференцияһында.

«Хәҙер беҙ төҙөлөштә хаҡтар билдәләүҙең яңы моделенә күсәбеҙ һәм уны һынау өсөн Башҡортостанды һайланыҡ. Бында юғары квалификациялы белгестәр бар. Бынан тыш, Башҡортостан — төҙөлөш тармағында алдынғы төбәктәрҙең береһе, күп күрһәткестәр буйынса алда бара. Әгәр беҙ бында хаҡтар ҡуйыуға бәйле хәлде дөрөҫ баһалай алһаҡ, ошо тәжрибәне бөтә илгә таратасаҡбыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хәмит Мәүлийәров.

Социаль объекттар төҙөлөшөндә хаҡтар ҡуйыу асыҡ булырға тейеш тип күҙаллана.

«Шул саҡта ғына федераль, төбәк, муниципаль, баҙар кимәлендә төҙөлөш эштәренә хаҡтарҙың нисек барлыҡҡа килеүе аңлайышлы буласаҡ. Бизнес өсөн беҙ үҙебеҙҙең нормаларҙы тәҡдим итәбеҙ. Был ҡыҫылыу түгел, сөнки эшҡыуарлыҡ тариф булдырыусы предприятиеларға ла хеҙмәттәр күрһәтә. Әгәр ҙә йоғонто яһамаһаҡ, хаҡтарҙың төшөүе беҙгә өҫтәмә тариф йөкләмәһе булып кире ҡайтасаҡ», — тип иҫәпләй Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары.

Яңы система хаҡтарҙың артыуына юл ҡуйырға тейеш түгел, хатта күрше төбәктәрҙә күҙәтелгән етешһеҙлектәрҙе яйға һалыу зарур, тип хәбәр итә «РБК-Өфө».

«Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең смета ҡағиҙәләре араһында үҙгәрештәр 30 процентҡа етеүе ихтимал. Силәбенән Екатеринбургка материалдарҙы самолет менән ташырға мөмкин һәм был файҙалы буласаҡ», — тине Хәмит Мәүлийәров.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/

{podcenter}