Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

26.03.16

Республикала быйыл төҙөкләндереләсәк юлдарҙың исемлеге раҫланды

Башҡортостанда 2016 йылда ремонтланасаҡ төбәк һәм муниципаль-ара автомобиль юлдары участкаларының исемлеге раҫланды. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 407,3 саҡрым тәшкил итә. Өфөлә үткән түңәрәк өҫтәлдә республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Альберт Сөләймәнов ошо хаҡта хәбәр итте.

«2010-2015 йылдарҙа юлдар һалыуға, төҙөкләндереүгә һәм тәртиптә тотоуға 57 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Быйыл 11 миллиард 157 миллион һум ҡаралған», — тине Альберт Сөләймәнов.

Республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары ведомствоның сайтында Башҡортостан автомобиль юлдары селтәренең карта-схемаһы урынлаштырылыуын билдәләне.

«Интерактив картала республиканың бөтә юлдары күрһәтелгән. Уның буйынса һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған участокты билдәләй, юлдың ҡайһы ведомствоға ҡарағанын белә ала», — тине Альберт Сөләймәнов.

Автомобиль юлдарына арналған түңәрәк өҫтәл эшендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе Елена Родина, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Башҡортостан төбәк штабының «Көндәлек тормош сифаты» эшсе төркөмө етәксеһе Николай Фадеев, юл предприятиелары һәм хеҙмәттәре вәкилдәре, журналистар ҡатнашты.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.
 
{podcenter}