Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

14.01.16

Башҡортостанда иҡтисади хәл тотороҡло — Рөстәм Хәмитов

Төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса Башҡортостан йылды уңышлы тамамланы. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта белдерҙе.

Республика етәксеһе хәбәр итеүенсә, бюджет 144,5 миллиард һумға үтәлгән, был 2014 йылғы күрһәткестәрҙән 12 миллиард һумға күберәк. Сығым өлөшө – 145 миллиард һум. Шулай итеп, бюджет дефициты минималь күләмгә еткерелде – 500 миллион һумдан ашманы.

Республиканың тупланма бюджеты 180 миллиард һум самаһы тәшкил итте, был 2014 йылғы һандарҙан 7-10 процентҡа күберәк.

Йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереү индексы яҡынса 101 процент тәшкил иткән. Төп капиталға инвестициялар 2014 йылғы кимәлгә ҡарата 105-106 процентҡа еткән. Тулайым төбәк продукты үҫеше буйынса республика Рәсәйҙең уңышлы биш төбәге иҫәбенә инә.

– Беҙ Рәсәй Президентының уҡытыусыларға, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыуға бәйле указдарын уңышлы үтәнек. Өстән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн балалар баҡсаларында урындар тәьмин итеү буйынса программаны үтәү тураһында отчет бирә алабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ икенсе сменаны бөтөрөү өсөн яңы мәктәптәр төҙөү буйынса ҙур программаны башлайбыҙ.

Республика Башлығы әйтеүенсә, проблемалар иҫәбендә — халыҡтың хеҙмәт хаҡы һәм килеме кәмеүе, шулай уҡ 10 проценттан ашыу булған юғары инфляция. Эшһеҙлектең артыуы, сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһенең кәмеүе күҙәтелә.

– Хәлде яҡшыртыу өсөн бөтә йүнәлештәр буйынса эшмәкәрлекте көсәйтергә, һәр тармаҡта юғары башҡарыу дисциплинаһын тәьмин итергә, хоҡуҡи нормаларҙы үтәргә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Дөйөм алғанда, республиканың иҡтисади хәле тотороҡло, ышаныслы. Беҙҙең иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн мөмкинлектәребеҙ бар.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

{podcenter}