Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

03.11.15

2016 йылда Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар арта

2016 йылдың икенсе ярты йыллығында Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар 5,8 процентҡа артасаҡ. Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән киләһе йылға халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү индексы раҫланды.

Дөйөм ҡағиҙә буйынса тарифтарҙы индексациялау икенсе ярты йыллыҡта үткәрелә, шуға күрә 2016 йылдың 1 июленә тиклем торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтар артмаясаҡ. Билдәләнгән ваҡыттан һуң төбәктәр коммуналь түләүҙәр күләмен күтәрә ала.

Коммуналь хеҙмәттәр өсөн иң ҙур хаҡ Мәскәүҙә (7,5 процент), Санкт-Петербургта, Саха (Яҡут) Республикаһында һәм Камчатка крайында көтөлә (6,5 процент). Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе индексациялау 5,8 проценттан артмаҫҡа тейеш.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.


 
{podcenter}