Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

11.10.15

Федераль Хөкүмәт комиссияһы Башҡортостандың инвестиция проекттарын хупланы

Рәсәй Хөкүмәте комиссияһы Башҡортостандың инвестиция проекттарын хупланы. 7 октябрҙә республикаға эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте комиссияһы ҡарамағындағы моноҡалаларҙы модернизациялау буйынса эшсе төркөм килде. Күмертау ҡалаһы хакимиәтендә уҙған ултырышта комиссия Күмертау һәм Бәләбәй инвестиция проекттарының әҙерлеге кимәлен билдәләне

«Моноҡалаларҙы модернизациялау буйынса эшсе төркөм «Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды»ның Күмертау менән үҙ-ара эш итеүе тураһында ыңғай ҡарар ҡабул итте. Хәҙер фондтың генераль директоры менән республика Башлығының килешеүгә ҡул ҡуйыуs көтөлә, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Күмертау хакимиәте башлығы урынбаҫары Ирина Голованова. — Килешеүгә ярашлы Күмертау ҡалаһында яңы инвестиция проекттары өсөн инфраструктура объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау буйынса республика сығымдарын финанслау тураһында ғариза әҙерләйәсәкбеҙ».

Ултырышта «Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Илья Кривогов етәкселегендәге эшсе төркөм ағзалары, республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков, Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляев, Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Юрий Мурмилов, инвестиция проекттарын тәҡдим итеүселәр, Внешэкономбанк рәйесе урынбаҫары Ирина Макиева иһә ситтән тороп ҡатнашты.

«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, комиссия ағзалары Маячный ауылында май экстракцияһы заводының төҙөлөш майҙансығын ҡараны һәм заводтың мөмкинлектәре ҙур булыуын билдәләне.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

{podcenter}