Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

30.09.15

Гөлназ Шафиҡова Башҡортостандың мәғариф министры итеп тәғәйенләнде

29 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Гөлназ Шафиҡованы республиканың мәғариф министры итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова 1975 йылдың 19 июлендә Сибайҙа тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын «Педагогика һәм психология (мәктәпкәсә)» белгеслеге буйынса, БДПУ аспирантураһын тамамлаған. Психология фәндәре докторы.

Хеҙмәт юлын 1990 йылда Сибай һөт-консерва комбинатының «Тейенкәй» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай. 1996-1999 йылдарҙа — Өфөнөң Киров районы «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында психолог, 126-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә педагог-психолог, 1999-2002 йылдарҙа — Киров районы 144-се башҡорт гимназияһы директорының фәнни-методик эш буйынса урынбаҫары, Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының педагогика һәм психология кафедраһы уҡытыусыһы, 2002-2011 йылдарҙа — М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның психология кафедраһы уҡытыусыһы, 2011-2014 йылдарҙа — М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның мәктәпкәсә педагогика һәм психология кафедраһы мөдире, 2014-2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетының фәнни эштәр буйынса проректоры булып эшләй.

Республика етәксеһенең икенсе указы менән Әлфис Ғаязов, икенсе эшкә күсеүенә бәйле, мәғариф министры вазифаһынан бушатылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.
{podcenter}