Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

16.09.16

Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика килешеүенә ҡул ҡуйылды

15 сентябрҙә Республика йортонда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы вәкилдәре Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы, эш биреүселәр берләшмәләре һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында 2017-2019 йылдарға Республика килешеүенә ҡул ҡуйҙы.

Документта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе Марат Хөсәйенов һәм республика Эш биреүселәр союзы рәйесе Владимир Шоломдың ҡултамғаһы бар.

Килешеү хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыу, халыҡтың мәшғүллеген һәм хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлауҙы тәьмин итеүҙе индереп, социаль сәйәсәттең төп мәсьәләләре буйынса яҡтарҙың 214 йөкләмәһен үҙ эсенә ала.

Республика Башлығы төбәктә иҡтисадты үҫтереү өсөн социаль партнёрлыҡ механизмдарының мөһимлеген билдәләне.

– Ҡул ҡуйылған килешеү – республика хеҙмәтсәндәренең мәнфәғәттәрен яҡлаусы документ ул. Башҡортостанда предприятиеларҙа, производствола 2 миллион самаһы кеше эшләй. Кешеләр дәүләт, йәмәғәт ойошмалары, профсоюз структуралары яҡлауына мохтаж, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Килешеүҙә тикшерелгән һәм ҡабул ителгән тәҡдимдәр һаны ла арта. Хәҙер улар 200-ҙән ашыу, 10-15 йыл элек кенә килешеү күрһәткестәре һаны 80-дән артмай ине. Был дөрөҫ тә, сөнки тормош ҡатмарлаша, яңынан-яңы талаптар барлыҡҡа килә. Ошо килешеү хеҙмәтсәндәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлауҙы һәм эш биреүселәргә, шулай уҡ власть структураларына, профсоюздарға ҡарата талаптарҙы үтәүҙе гарантиялай.

{podcenter}