Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

19.09.16

Башҡортостанда бер мандатлы округтарҙа Дәүләт Думаһына һайлауҙа еңеүселәр билдәләнде

Башҡортостанда бер мандатлы округтар буйынса Дәүләт Думаһына һайлауҙа еңеүселәр билдәләнде. Яҡынса йомғаҡтар буйынса, Өфө бер мандатлы округында Павел Качкаев алда бара. Ул 93563 тауыш йыйған. Икенсе урында Александр Ющенко — 24939.

Илдар Бикбаев — Благовещен округы буйынса лидер. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы 130656 тауыш йыйған.

Белорет округында Дәүләт Думаһының ғәмәлдәге депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина еңеп сыҡты. Уны 60525 һайлаусы хуплаған.

Рифат Шәйхетдинов, 93187 тауыш йыйып, Нефтекама бер мандатлы округы буйынса ил парламентына үтә.

Салауат округында Зариф Байғусҡаровтың һөҙөмтәһе — 114753. Дәғүәсеһе Раил Сарбаев иһә 29945 тауыш йыйған.

Стәрлетамаҡ округында сити-менеджер Алексей Изотов еңеү яуланы. Уның өсөн 140210 һайлаусы тауыш биргән.

Дәүләт Думаһына һайлауҙар ҡатнаш система буйынса уҙғарылды: 225 депутат — партия исемлеге, 225-е бер мандатлы округтар буйынса һайлана.  

Башҡортостанда алты бер мандатлы һайлау округтарында Дәүләт Думаһындағы депутат мандаттары өсөн 47 кандидат көрәште.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

{podcenter}