Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

26.10.16

Республикала меңдән ашыу граждан үҙҙәрен законлы рәүештә банкрот тип иғлан иткән

Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, «Физик берәмектәрҙең банкротлығы тураһында» федераль закон үҙ көсөнә ингәндән һуң, республиканың арбитраж судына халыҡтан үҙҙәрен банкрот тип таныу тураһында 1109 ғариза килгән, шуларҙың 831-е — ағымдағы йылда.  

Банкрот хәлендә ҡалған 569 кешегә уларҙың мөлкәтен һатыу процедураһы тәғәйенләнгән, һәм 44 осраҡта ғына бурысты реструктуризациялау тураһында ҡарар сығарылған. Был граждандарҙың күбеһе мөлкәттәрен һатып ҡына бурыстарын ҡаплай алыуы хаҡында һөйләй, тип билдәләнеләр ведомствола.

Арбитражға ғаризаларҙың 84 процентын кешеләр үҙҙәре, 3,6 процентын банк инициативаһы буйынса ебәргән, 1,1 проценты һалым хеҙмәтенә тура килә, 10,7 проценты — башҡа ғариза биреүселәр.

Банкротлыҡ тураһындағы мәғлүмәттәрҙең берҙәм федераль реестры мәғлүмәттәре буйынса, илдә физик берәмектәргә ҡарата процедуралар башлау үтенесе менән 33 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Яҡынса 14 мең эш ғәмәлгә ашырыла башлаған, шуларҙың 4,5 меңе бурысты реструктуризациялауға ҡағыла.

Белешмә. Әгәр ҙә 500 мең һумдан ашыу бурыс һәм кредитты ваҡытында түләмәү срогы кәмендә өс ай булһа, банкротлыҡ процедураһын башларға мөмкин. Уны кеше үҙе, уның кредиторы, йә иһә һалым хеҙмәте башлай ала. Бының өсөн гражданды банкрот тип таныу тураһында ғариза менән арбитраж судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Банкротлыҡ тураһында эш бурыслы вафат булғандан һуң да ҡуҙғатылырға мөмкин. Һуңғы осраҡта граждандың үлеменән һуң уның банкротлығы тураһында эштә хоҡуҡтар мираҫ алыусыларға бирелә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.
 
{podcenter}