Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

28.10.16

Республикала пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы артты

2017 йылда Башҡортостанда пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы 8015 һум тәшкил итәсәк. 27 октябрҙә республика Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында тейешле закон проекты өс уҡыуҙа ҡабул ителде.

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, йәшәү минимумы социаль өҫтәмәләрҙе иҫәпләү өсөн билдәләнә. Быйыл йәшәү минимумы 7842 һум тәшкил иткән. Киләһе йылда был сумма 173 һумға арта. Дөйөм алғанда, илдә йәшәү минимумы 8566 һум күләмендә билдәләнгән, тимәк, законды тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә аҡса талап ителмәй.

Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһендә билдәләүҙәренсә, 2017 йылдың ғинуарынан республикалағы 161 меңдән ашыу эшләмәгән пенсионер яңы күләмдә пенсияға федераль социаль өҫтәмә аласаҡ.

Тәүге тапҡыр ошондай хоҡуҡҡа эйә булған пенсионерҙар ғына социаль өҫтәмә тәғәйенләү өсөн ғариза бирергә тейеш. Документтарҙы декабрь айында пенсия алыу урыны буйынса Пенсия фонды идаралығына тапшырырға кәрәк.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.
 
{podcenter}