Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

02.11.16

«Башҡорт энциклопедияһы»ның яңы томы донъя күрҙе

«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексында башҡорт телендә шул уҡ исемдәге энциклопедияның («Башҡорт энциклопедияһы») дүртенсе томы баҫылып сыҡты. Был китап — бай мәғлүмәтле үҙенсәлекле баҫма.

Нәшриәттең сайтында хәбәр ителеүенсә, энциклопедияла республиканың үткәне һәм бөгөнгөһө, тәбиғәте, иҡтисады, фәне, мәғарифы һәм мәҙәниәте, уның административ-территориаль ҡоролошо  хаҡында мәғлүмәттәр тупланған. Томда 2100-ҙән ашыу, шул иҫәптән 748-гә яҡын биографик мәҡәлә урын алған. 2010 йылға мәғлүмәттәр бирелгән. Шулай уҡ баҫмала 460-тан ашыу һүрәт һәм карта бар.

Китап рус телендәге «Башҡорт энциклопедияһы» мәҡәләләре нигеҙендә әҙерләнгән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/
{podcenter}