Яңылыҡтар
«ВДНХ-Экспо» комплексындағы күргәҙмәлә төбәктең туристик индустрияһы күрһәтелә
16-18 ноябрҙә Өфөләге «ВДНХ-Экспо» комплексында «Ҡунаҡсыллыҡ һәм туристик индустрия форумы» тигән XII махсуслаштырылған күргәҙмә уҙа. Программа Рәсәй Туроператорҙары ассоциацияһы ҡатнашлығындағы «Эске туризм» тип аталған пленар ултырышты, эске һәм халыҡ-ара туризм мәсьәләләре буйынса секцияларҙың эшен үҙ эсенә ала. Айырыуса балалар һәм агротуризмға иғтибар биреү күҙаллана.
«Бөтә эшлекле сараларҙа ла етди белгестәр спикер булып тора. Форумда ҡатнашыусыларға улар менән аралашыу мөмкинлеге бирелә. Республикалағы иң яҡшы туристик продукттарҙың бер нисә презентацияһы онлайн режимда күрһәтелә», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында.