Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

17.11.16

Башҡортостан ҡаҙнаһына 98 миллиард һумдан ашыу һалым ингән

Быйыл ғинуар-октябрь айҙарында Башҡортостанда бөтә кимәлдәге бюджеттарға 228959 миллион һум һалым һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр ингән. Уҙған йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда керемдәр 2700 миллион һумға йәки 1,2 процентҡа артҡан.

Республиканың тупланма бюджетына 98890 миллион һум аҡса ингән, был 4307 миллион һумға йәки 4,6 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым кереме күләме 55367 миллион һум (24,2 процент) тәшкил иткән, акциздарға 45680 миллион һум (20 процент) тура килә, килемгә һалым күләме 37756 миллион һум (16,5 процент) тәшкил итә, физик берәмектәр килеменә һалым — 36869 миллион һум (16,1 процент), өҫтәмә хаҡҡа һалым — 30129 миллион һум (13,2 процент), мөлкәткә һалым суммаһы — 14452 миллион һум (6,3 процент), махсус һалым режимына 6142 миллион һум (2,7 процент) тура килә.

Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һәм мөлкәт һалымынан тыш, һалымдың бөтә төрҙәре буйынса керемдәрҙең ыңғай динамикаһы билдәләнгән, сөнки уларҙы түләү ваҡыты үҙгәргән (2016 йылдың 1 декабре), тип билдәләнеләр һалым ведомствоһында.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

{podcenter}