Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

18.11.16

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда ошо йылдың тәүге туғыҙ айы өсөн халыҡтың аҡсалата килеме иҫәпләп сығарылды. Өсөнсө кварталда төбәктә уртаса эш хаҡы — 30 704 һум.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, йән башына аҡсалата килем быйыл беренсе кварталда — 22 551, икенсе кварталда — 25 288, өсөнсөһөндә 30 704 һум тәшкил иткән.

Ғинуар айында республика халҡының номиналь килеме — 20 745, сентябрҙә 31 677 һум булған.

Сентябрҙә реаль килем 2015 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 96 процент тәшкил иткән.

Статистар 2016 йылдың туғыҙ айы өсөн халыҡтың аҡсалата килеменең һатып алыу һәләтен иҫәпләгән. Мәҫәлән, Башҡортостанда йәшәүселәр айына 89 килограмм һыйыр ите, йәки 605,1 килограмм икмәк, йәки 1353 килограмм картуф, йәки 755,9 литр бензин һатып алыу мөмкинлегенә эйә булған.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}