Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

18.11.16

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы юлдарҙа томан төшөүе хаҡында иҫкәрт

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан төшөүе хаҡында иҫкәртә. Юлдарҙа 2-4 километрҙан күреү мөмкинлеге кәмей. Ведомствоның республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, 19 ноябрҙә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә.

Республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 13-18, ҡайһы бер райондарҙа 23 градусҡа тиклем, көндөҙ 8-13 градус һалҡын. Көнсығыш райондарҙа төндә 23-28, көндөҙ 15-20 градус һыуыҡ. Иртәле-кисле юлдарҙа томан төшөүе фаразлана.

Федераль трассаларҙың юл япмаһын ремонтлау һәм реконструкциялау эштәре алып барылған участкаларында транспорт хәрәкәтенең ауырлашыуы, авариялар һанының артыуы ихтимал. Һауа шарттарына бәйле, М-5, М-7, Р-240 автомобиль юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары булыуы мөмкин, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

{podcenter}