Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

21.11.16

1 декабрь — мөлкәт һалымдарын түләүҙең һуңғы көнө

1 декабрь — мөлкәт һалымдарын түләүҙең һуңғы көнө. Һалым хеҙмәте ер, транспорт һәм күсемһеҙ милеккә һалым буйынса дәүләт менән ваҡытында иҫәпләшмәүселәрҙән һалым һәм пеня буйынса недоимка түләүҙе талап итәсәк. Ҡануниәткә ярашлы, һәр түләнмәгән көн өсөн Үҙәк банктың рефинанслау ставкаһының 1/300 күләмендә пеня иҫәпләнә. Бөгөн ул 10 процент тәшкил итә.

2016 йылдан һәр һалым түләүсегә һалым һалыу объекттары буйынса түләүҙәр яҙылған белдереү ҡағыҙы ебәрелә, тип иҫкә төшөрҙөләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.

Белдереү ҡағыҙындағы мәғлүмәттәр буйынса һорауҙар тыуһа, уларҙы аныҡлау өсөн һалым инспекцияһына ғариза яҙырға кәрәк.

Быны Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында электрон төрҙә, почта аша эшләргә йәки инспекцияға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Әлеге ваҡытта һалым органдары көсәйтелгән эш режимына күсерелгән, эш көндәрендә граждандарҙы ҡабул итеү һәм хеҙмәтләндереү ваҡыты киске сәғәт 8-гә тиклем оҙайтылған.

Бынан тыш, теләһә ниндәй мәғлүмәтте 8(800) 222-22-22  йәки +7 (347) 226-38-00 номерҙары буйынса шылтыратып һорарға була.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

{podcenter}