Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

28.11.16

Республика халҡына бирелгән кредиттар күләме өстән бер өлөшкә тиерлек артҡан

Быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостан халҡына 125,4 миллиард һумлыҡ кредит бирелгән. Был уҙған йылдың ошо осорона ҡарағанда 29,9 процентҡа күберәк.

1 октябргә ҡарата халыҡҡа кредиттар буйынса бурыстың ҡалған өлөшө, былтырғы осор менән сағыштырғанда 0,9 процентҡа артып, 276,2 миллиард һум тәшкил иткән. Ваҡытында түләнмәгән бурыс — 27 миллиард һум, үткән йылдың 1 октябренән 8,9 процентҡа артҡан. Дөйөм алғанда, илдә ошо күрһәткес 6,6 процентҡа үҫкән.

Башҡортостан Милли банкының матбуғат хеҙмәте шундай мәғлүмәттәр килтерҙе.

Туғыҙ айҙа республикала 30,4 миллиард һумлыҡ 21,5 мең торлаҡ кредиттары бирелгән. Был иһә былтырғы күрһәткестәрҙән 1,6 һәм 1,7 тапҡырға күберәк.

Ағымдағы йылдың 1 октябренә торлаҡ кредиттары буйынса бурыс 109,5 миллиард һум тәшкил иткән.

Ипотека буйынса түләнмәгән бурыс, 2015 йылдың 1 октябренән 1,5 тапҡырға артып, 1,3 миллиард һумға еткән. Бурыстың дөйөм суммаһында уның өлөшө 1,2 процент тәшкил иткән.

2016 йылдың 1 октябренә республика халҡының банк вкладтары суммаһы 320,7 миллиард һумға еткән, йыл башынан 4,7 процентҡа артҡан.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}