Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

29.11.16

Төбәктә халыҡ дружинниктары өсөн түләүҙәр раҫланды

Башҡортостанда халыҡ дружинниктары өсөн социаль түләүҙәр ҡаралған. Был мәсьәлә республика Хөкүмәте ултырышында тикшерелде.

Халыҡ дружиннигы һәләк булған осраҡта уның ғаиләһе 250 мең һум күләмендә аҡса ала. Әгәр ул хеҙмәт бурысын үтәгәндә яраланһа, түләүҙең күләме 125 мең һум тәшкил итә. Аҡса республиканың резерв фондынан түләнә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Бөгөн төбәктә 300-ҙән ашыу халыҡ дружинаһы иҫәпләнә, уларҙа ете мең самаһы кеше ағза булып тора. Быйыл уларҙың ярҙамы менән 117 енәйәт асылған. Республикала хеҙмәт бурысын үтәгәндә халыҡ дружинниктары менән фажиғәле осраҡтар теркәлмәгән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}