Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

30.11.16

Республикала сүплектәрҙе тергеҙеү буйынса программа әҙерләнәсәк

Республикала сүплектәрҙе тергеҙеү буйынса программа әҙерләү ҡаралған. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин хәбәр итте.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары тораҡ пункттар янындағы законһыҙ сүплектәр менән бәйле хәлде ике йылдан ашыу өйрәнә. Бөтә ерҙә лә бер үк проблема – сүп-сар сығарыла һәм эшкәртелмәй. Һөҙөмтәлә экологик проблемалар килеп тыуа.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперттары Экология йылы тип иғлан ителгән 2017 йылда сүплектәрҙе тергеҙеү буйынса республика программаһын әҙерләргә тәҡдим итте. Бының өсөн аҡсаны тирә-йүнде бысратҡан предприятие һәм ойошмаларҙың штраф түләүҙәренән йүнәлтергә мөмкин. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты иҫәпләүҙәре буйынса, был йылына яҡынса 400 миллион һум тигән һүҙ.

– Йәмғиәттә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү мөһим, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү автомобиль йөрөтөү мәҙәниәтенә оҡшаш.

Республика Башлығы бынан 20 йыл элек, Башҡортостандың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министры булған саҡта, заманса полигондар төҙөү буйынса эш башлауы хаҡында һөйләне. Ул ваҡытта Башҡортостан илдә ошо тема менән әүҙем шөғөлләнгән төбәктәрҙең береһе булды. Артабан был йүнәлеш әһәмиәтһеҙ тип табылыуы арҡаһында бөгөн законһыҙ сүплектәр менән көрәшергә тура килә.

– Властың заман талаптарынан артта ҡалыуын һәм ҡалдыҡтарҙы күмеү өсөн дөрөҫ йыһазландырылған майҙансыҡтар булдырмауын танырға тура килә. Ошо объекттарҙы контролгә алыуығыҙ яҡшы, әлбиттә. Беҙ һеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ һәм күмәк көс менән тәртип урынлаштыра аласаҡбыҙ. Был – криминаль структуралар өсөн ҙур килем сығанағы, шуға күрә көрәштең бик ҡаты булыуы ихтимал, – тине Рөстәм Хәмитов. – Экологик полицияның форматы тураһында уйларға, экологик отрядтар, дружиналар темаһына кире ҡайтырға кәрәк. Был муниципалитеттар өсөн бик ҙур сығым түгел.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.
{podcenter}