Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

08.12.16

Башҡортостандың 100 йыллығы халыҡ-ара кимәлдә билдәләнә

Башҡортостанда «Республиканың барлыҡҡа килеүе» тигән түңәрәк өҫтәлдәр циклы асыла. Сараларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ойоштора. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған бер нисә осрашыу халыҡ-ара кимәлдә үтә.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, тәүге саралар 10 декабргә билдәләнгән. Улар башҡорт милли хәрәкәтенең етәксеһе Әхмәтзәки Вәлидовтың тыуған көнөнә бағышлана. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күренекле сәйәси эшмәкәрҙең тыуыуына 126 йыл тулыу уңайынан Сибай, Ишембай һәм Өфө ҡалаларында түңәрәк өҫтәлдәр уҙғара. Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттар был башланғысты хупланы. Мәҫәлән, Яр Саллыла, Санкт-Петербургта һәм Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта саралар теҙмәһе ҡаралған.

Өфөлә байрам Милли музейҙың конференциялар залында, Ишембайҙа — Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында, Сибайҙа иһә Башҡорт дәүләт университетының урындағы институтында уҙа.

Илдең төньяҡ баш ҡалаһында «Башҡортостан» милли-мәҙәни автономияһы вәкилдәре ошо уҡ исемдәге мәҙәни үҙәк һәм «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһы менән берлектә Әхмәтзәки Вәлидиҙең һәйкәленә сәскәләр һала. Һәйкәл Санкт-Петербург дәүләт университетының көнсығыш факультеты ихатаһында ҡуйылған. Шулай уҡ ғилми-ғәмәли конференция үткәреү ҡаралған.

Ташкентта Үзбәкстандың Башҡорт ҡоролтайы түңәрәк өҫтәл уҙғара һәм Әхмәтзәки Вәлиди урамындағы скверҙа сәскәләр һала.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.
{podcenter}