Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

16.12.16

Документтар ҡабул итеү һәм тапшырыу штат режимында алып барыла — Башҡортостан буйынса Росреестр

Башҡортостанда теркәүсе органдың эшендә бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡтар юҡ, тип белдерҙеләр республиканың Росреестр идаралығында. Бынан алда киң мәғлүмәт сараларында ҡайһы бер төбәктәрҙә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүе буйынса документтар ҡабул итеүҙе һәм тапшырыуҙы туҡтатыуҙары тураһында хәбәр баҫылғайны.

Ведомствола быны ҡәтғи рәүештә кире ҡаҡтылар. «Граждандарҙан документтар ҡабул итеү һәм тапшырыу күп функциялы үҙәк, Кадастр палатаһының документтар ҡабул итеү офистарында, шулай уҡ Консультация биреү үҙәктәрендә йыл аҙағына тиклем штат режимында алып барыла», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Росреестр идаралығында.

Яңы йыл байрамдарынан һуң документтар ҡабул итеү һәм тапшырыу тәүге эш көнөндә — 2017 йылдың 9 ғинуарында башлана.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

{podcenter}