Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

23.12.16

«Башавтотранс» автопаркын 100 яңы автобус тулыландырҙы

23 декабрҙә  Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Тимур Аклаевҡа газ-мотор яғыулығында эшләүсе 100 яңы автобустың символик асҡысын тапшырҙы. Транспорт республиканың 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнеү сиктәрендә һатып алынған.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың «Башавтотранс» автопаркын яңыртырға ҡушыуын үтәп экологик яҡтан таҙа автобустар һатып алған, улар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Октябрьскийҙа һәм Мәләүездә йөрөйәсәк.

Премьер-министрҙың әйтеүе буйынса, яңы техника Башҡортостандың ҡала һәм райондарында, тәү сиратта баш ҡалаһында экологик хәлде яҡшыртасаҡ.

«Автомобиль транспорты хәҙер бысратыусы төп объект булыуын һеҙ беләһегеҙ, яңы двигателдәргә күсеү был мәсьәләне хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк, – тип билдәләне Рөстәм Мәрҙәнов. – Һатып алыу иҡтисадты стабилләштереү саралары сиктәрендә лә мөһим, сөнки был автобустарҙы алыу менән предприятиеларыбыҙҙың береһе – Нефтекама автомобиль заводына ярҙам күрһәтелә».

Ҡала транспорты мәсьәләһен хәл итеү кәрәклеген Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2016 йылдың 25 октябрендә Өфө ҡала советы ултырышында сығыш яһағанда һыҙыҡ өҫтөнә алғайны. Төбәк етәксеһе шул саҡта республиканың баш ҡалаһы йәмәғәт транспорты бик иҫкергән, ә баҙар яйға һалынмаған тип билдәләгәйне.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

{podcenter}