Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

10.01.17

Рәсәй Юстиция министрлығы бурыслыларҙан берҙән-бер торлағын тартып алыу тураһында закон проектын әҙерләне

Рәсәй Юстиция министрлығы бурыслыларҙан берҙән-бер торлағын тартып алыу тураһында закон проектын әҙерләне. Был уның майҙаны бер кешегә метраж буйынса икеләтә норманан артҡан осраҡҡа ҡағыла. Әле ошо теманы федераль киң мәғлүмәт саралары тикшерә. Гражданлыҡ-процессуаль кодексына төҙәтмә индерергә тәҡдим ителә. Хәҙер бурыслынан ипотекаһы түләнеп бөтмәгән торлағын ғына тартып алырға мөмкин. Яңы законда ошо положение ҡала.

Күсемһеҙ милекте һатҡандан һуң бурыслыға, бурысын тотоп ҡалып, аҡса кире ҡайтарылырға, өҫтәүенә ул майҙандың дәүләт нормаларына тап килгән яңы берҙән-бер торлаҡ һатып алыу өсөн етергә тейеш.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

{podcenter}