Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

16.01.17

Быйыл Башҡортостанда медицина тикшереүен кемдәр үтә

Башҡортостандың медицина учреждениеларында яңы диспансерлаштырыу кампанияһы башланған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 21 йәштән 90 йәшкә тиклемге граждандар өсөн бушлай өс йыл һайын уҙғарыла. Диспансерлаштырыуҙы үтеү ирекле, әммә кеше унан баш тартһа, табип пациенттың амбулатор картаһына ошо хаҡта билдә ҡуя.

Быйыл медицина тикшереүен 1996, 1993, 1990, 1987, 1984, 1981, 1978, 1975, 1972, 1969, 1966, 1963, 1960, 1957, 1954, 1951, 1948, 1945, 1942, 1939, 1933, 1930 һәм 1927 йылдарҙа тыуған кешеләр үтә ала.

Табиптар билдәләүенсә, диспансерлаштырыу ҡаты сирҙәрҙе башланып торған осоронда асыҡларға, ҡайһы берҙәрен иҫкәртергә һәм кеше ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Медицина тикшереүе үтеү өсөн мотлаҡ медицина страховкаһы һәм Рәсәй гражданы паспорты кәрәк.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

{podcenter}