Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

18.01.17

Идара итеүсе компаниялар дөйөм йорт ихтыяжы өсөн аномаль суммалар иҫәпләй алмаясаҡ

Яңы йылдан илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде. Хәҙер дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләү 2016 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса уртаса һандарҙа күрһәтелгән нормативтар менән сикләнгән. Шулай итеп, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе иҫәпләү асыҡ буласаҡ, тине Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиҡов.

«Идара итеүсе компаниялар дөйөм йорт ихтыяжы өсөн аномаль суммалар иҫәпләй алмай. Ул ресурстарҙы һаҡлау өсөн бер ни ҙә эшләмәһә, нормативтан юғарыраҡ сығымдар уның иңенә ята. Был яңылыҡ халыҡтың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән», — тип аңлатма бирҙе ведомство башлығы.

«Дөйөм йорт ихтыяжы өсөн түләүҙәр күләме «хеҙмәтләндереү» иҫәбенә инер, тип хәүефләнә күптәр. Борсолоу урынһыҙ: идара итеүсе компания, һәр коммуналь ресурстан сығып, ҡулланылған күләмде һәм уның өсөн түләү суммаһын яҙырға тейеш. Тик быларҙың барыһы ла «хеҙмәтләндереү» бүлегенә индерелә», — тип асыҡлыҡ индерҙе Илдар Шафиҡов.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

{podcenter}