Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

19.01.17

Башҡортостан халҡы 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын әҙерләү буйынса тәҡдимдәрен индерә ала

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығында республиканың 2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы проектын әҙерләүгә ҡағылышлы тәҡдимдәр ҡабул итеү өсөн махсус электрон почта булдырылған.

Төбәкте үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәре буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерергә теләгән граждандар һәм йәмәғәтселек хатты 2030@bashkortostan.ru адресына ебәрә ала. Килгән ғаризалар стратегия проектында ҡарала һәм иҫәпкә алына, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Стратегия проекты «Үҫештең дөйөм мәсьәләләре», «Яңы индустрияны һәм баҙарҙы үҫтереү», «Кеше потенциалын һаҡлау һәм үҫтереү», «Һөҙөмтәле аралашыу һәм эшҡыуарлыҡ, власть мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу юлы менән дәүләт идара итеү системаһын төҙөү», «Биләмәләрҙе тотороҡло үҫтереү моделен булдырыу» йүнәлештәре буйынса әҙерләнә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}