Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.01.17

Төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын иң яҡшы яҡтыртыуға журналистар конкурсы иғлан ителгән

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ваҡытлы матбуғат баҫмалары һәм сайттар, мәғлүмәт агентлыҡтары, телевидение һәм радио журналистарын, материал авторҙарын, редакция коллективтарын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын иң яҡшы яҡтыртыу республика конкурсында ҡатнашырға саҡыра.  

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бәйгенең төп маҡсаты — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге үҙгәрештәрҙең төп бурыстарын һәм һөҙөмтәләрен халыҡҡа аңлатыу, шулай уҡ тармаҡты үҙгәртеп ҡороу мәсьәләләрен яҡтыртыу буйынса журналистарҙы дәртләндереү.

Конкурсҡа былтыр донъя күргән эштәр ҡабул ителә. Эштәрҙе 25 ғинуарҙан 25 февралгә тиклем ебәрергә мөмкин. Бәйгегә йомғаҡ 25 апрелгә ҡәҙәр яһала.

Номинация еңеүселәренә диплом һәм 50 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырыла.

Конкурс тураһында өҫтәмә мәғлүмәт — Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}