Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

24.01.17

Моноҡалаларҙа эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүгә федераль саралар йәлеп итеү буйынса Башҡортостан – беренсе

Башҡортостан моноҡалаларҙа эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүгә федераль саралар йәлеп итеү буйынса беренселектә тора. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы – төбәк бюджеттарына субсидиялар бүлеү буйынса конкурс уҙҙы. Моноҡалаларҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн алған саралар күләме буйынса Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты икенсе йыл рәттән беренсе урында килә.

Республиканың бөтә алты моноҡалаһы ла – Күмертау, Нефтекама, Учалы, Бәләбәй, Благовещен һәм Белорет ҡалалары федераль субсидиялар алыуға конкурста ҡатнаша. Һөҙөмтәлә, дөйөм субсидия күләме – 130 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

Муниципалитеттарҙың яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, 470-тән ашыу яңы эш урыны булдырған һәм 2500 самаһы эш урыны һаҡлап ҡалған 180-дән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы тура финанс ярҙам (субсидиялар һәм гранттар) алған.

Конкурс йомғаҡтары буйынса, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә Башҡортостанда федераль бюджеттан 255 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Уларҙан микрофинанс эшҡыуарлыҡты финанслау ойошмаларын асыуға һәм үҫтереүгә – 53 миллион һум, Социаль өлкә инновациялары үҙәген булдырыуға һәм үҫтереүгә – 5 миллион һум, Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү үҙәген асыуға һәм үҫтереүгә – 30 миллион һум, йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү буйынса сараларға – 11,2 миллион, Төбәк инжиниринг үҙәген булдырыуға һәм үҫтереүгә – 26 миллион, моноҡалаларҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеүгә – 130 миллион һум.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

{podcenter}