Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

30.01.17

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсына ғаризалар ҡабул итә башланы

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2016 йыл йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» республика конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башланы. Дәғүәселәр 2017 йылдың 15 апреленә тиклем үҙҙәре хаҡында мәғлүмәт бирергә тейеш.

Конкурста Рәсәй Торлаҡ кодексына ярашлы идара итеү ысулдарының береһен һайлаған һәм тормошҡа ашырған (идара итеү компанияһы һайланған, торлаҡ милекселәре ширҡәте төҙөлгән йәки туранан-тура идара итеү бойомға ашырыла), бөтә талаптарға яуап биргән күп фатирлы йорттар ҡатнаша ала.

Еңеүселәрҙе Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты етәкселәренән, муниципалитет хакимиәттәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төбәк Йәмәғәт контроле үҙәге, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре профсоюзы башлыҡтарынан торған конкурс комиссияһы билдәләй.

Республикалағы иң яҡшы 50 йорт диплом һәм 100 мең һум күләмендә аҡсалата премия менән бүләкләнә.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, бүләк фонды күп фатирлы йортто һәм ошо йортттоң дөйөм милкенә ингән ер участкаһын тәртиптә тотоуға йүнәлтелергә тейеш. Аҡсаның 10 процентҡа тиклемен күп фатирлы йорт советы рәйесенә йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте рәйесенә премия итеп бирергә мөмкин.

Конкурста ҡатнашыу ҡағиҙәләре тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}