Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

17.02.17

Күмәк спортҡа күберәк иғтибар бүлергә кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостанда күмәк спортты әүҙемерәк үҫтерергә кәрәк, сөнки әлеге ваҡытта республикала юғары ҡаҙанышлы спорт менән шөғөлләнеүселәр күбәйә. Был хаҡта төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында белдерҙе.

Бөтә Рәсәй физкультура-спорт эшен иң яҡшы ойоштороуға конкурс йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан илдә күмәк спортты үҫтереү буйынса 45-се, юғары ҡаҙанышлы спорт буйынса иһә һигеҙенсе урынды биләне, тип хәбәр итте республика етәксеһе. 2016 йылда спортты үҫтереү буйынса Дәүләт Советында Рәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт ҡатнашлығында төбәктәрҙең һәм компанияларҙың профессиональ спортҡа сығымдарын кәметеү иҫәбенә физкультураны һәм күмәк спортты финанслауҙы арттырырға ҡушты, тип иҫкә төшөрҙө Рөстәм Хәмитов.

Төбәк Башлығы әйтеүенсә, профессиональ спортҡа йүнәлтелгән аҡсаға республикала тиҫтәләрсә заманса спорт һарайҙарын төҙөргә мөмкин. Техник спорт төрҙәре лә ярҙамға хоҡуҡлы.

Коллегия ултырышында Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда яңы спорт объекттарын төҙөү күҙалланыуын белдерҙе.

– Әле дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә «Морат» тау саңғыһы курортын үҫтереү, Яҡутов паркында теннис менән шөғөлләнеү өсөн физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү буйынса проекттар тормошҡа ашырыла, – тип хәбәр итте республика етәксеһе. – Артабан фехтование залын һалыу ҡарала. Өфөлә гимнастика буйынса спорт мәктәбен мотлаҡ төҙөргә кәрәк. Мин үҙем бала саҡта спорт гимнастикаһы менән шөғөлләндем һәм беҙҙең картала уның булмауын аңламайым. Был бит спорттың төп нигеҙе. Спорт гимнастикаһынан тыш спорттың бер төрөндә лә үҫештең булыуы мөмкин түгел.

Былтыр республиканың спорт инфраструктураһын үҫтереүгә 511 миллион һум аҡса йүнәлтелде, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Һуңғы биш йылда 44 объект: спорт залы һәм бассейн менән 20 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, спорт залы менән биш физкультура-һауыҡтырыу компексы, дүрт бассейн, өс стадион, биш ябыҡ һырғалаҡ һәм башҡа спорт ҡоролмалары төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

{podcenter}