Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

22.02.17

2016 йылда республиканың моноҡалаларында 1735 яңы бәләкәй предприятие барлыҡҡа килде

Моноҡалаларҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн федераль аҡса алыу күләме буйынса Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында республика ике йыл рәттән беренсе урынды биләй. Бөтә Рәсәй ҡалалары араһында Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан һуң Күмертау өсөнсө тора. Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты коллегияһында ведомство етәксеһе Вячеслав Ғиләзетдинов хәбәр итеүенсә, яҡынса 500-ләп яңы эш урыны булдырған һәм 2,5 мең самаһы һаҡлап ҡалған 180 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты субсидиялар һәм гранттар алды.

«Республиканың биш моноҡалаһында былтыр йәнә 1735 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлде. Быйыл тағы ла күберәк һөҙөмтәләр көтөп ҡалабыҙ, сөнки 2016 йыл моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса проекттың башы ғына ине», — тип билдәләне Вячеслав Ғиләзетдинов.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

{podcenter}