Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

28.02.17

«Сочи-2017» форумында Башҡортостан Республикаһы ҙур сәнәғәт предприятиелары менән инвестиция килешеүҙәре төҙөн&

«Сочи-2017» Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте, республика муниципалитеттары һәм ҙур сәнәғәт предприятиелары араһында документ протоколдарына ҡул ҡуйылды.

Улар иҫәбендә – «Башҡорт урман сәнәғәте компанияһы», «Белорет рессор һәм пружина заводы», «Селена» урман сәнәғәте компанияһы», «РИВС» машина эшләү заводы», «Башҡорт ит компанияһы», «АСТЕХ Индастриз» һәм «Йыл миҙгелдәре» компаниялары.

Яҡтар үҙ компетенциялары сиктәрендә Белорет районында ағасты тәрән эшкәртеү һәм туризмды үҫтереү өлкәһендә перспективалы инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу, Учалыла һәм Бәләбәйҙә коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөү, республиканың юл-төҙөлөшө комплексы предприятиеларының эшенә техник һәм технологик яҡтан ярҙам итеү өсөн сервис үҙәктәрен булдырыу буйынса бергәләп эш итергә ниәтләнә.

Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһы менән «Ре Лигал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ-ара отошло хеҙмәттәшлек нигеҙендә оҙайлы ваҡытҡа партнерлыҡ бәйләнештәрен булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

{podcenter}