Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

27.03.17

Башҡортостанда вакансиялар һаны артҡан

Башҡортостанда мәшғүллек хеҙмәтендә эш биреүселәр тәҡдим иткән вакансияларҙың иҫәбе артҡан. Мәҫәлән: йыл башында республиканың вакансиялар банкында 32,3 меңдән ашыу эш урыны иҫәпләнһә, бөгөн – 35,3 меңдән күберәк.

Рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны төбәктә уҙған аҙнала бер аҙға кәмеп, 24,2 мең кеше тәшкил итте. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле республикала 1,2 процентҡа тиң.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда Халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу методикаһы буйынса дөйөм эшһеҙҙәр һаны 115 мең кешенән арта. Бер йыл элек республикала 122 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәпләнгән.

Был Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте уҙғарған 2016 йылдың ноябре – 2017 йылдың ғинуары өсөн һуңғы уртаса эш көсөн тикшереү һөҙөмтәләре.

Башҡортостандың мәшғүл халыҡ иҫәбе әлегә 1,892 миллион кешенән күберәк.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}