Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

06.04.17

«Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш»

Бөгөндән Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш өсөн һорауҙар ҡабул ителә башланы.

Шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында урынлашҡан. 13 апрелгә тиклем һәр кем тәүлек әйләнәһенә эшләгән берҙәм 8-800-550-95-07 телефоны буйынса шылтыратып, Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итә ала. Республика халҡы өсөн шылтыратыуҙар бушлай.

Бынан тыш, электрон почта буйынса, шулай уҡ 8-917-781-12-85 номерына WhatsApp, Viber, Telegram Messenger ярҙамында мөрәжәғәт итергә мөмкин (ул шылтыратыуҙар өсөн түгел, хәбәрҙәр ебәреү өсөн тәғәйенләнгән).

Һорауҙарҙы «Бәйләнештә» һәм «Facebook» социаль селтәрҙәрендәге төркөмдәрҙә лә ҡалдырырға мөмкин.

Республика Башлығы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-Башҡортостан», «Бөтә Өфө», «РБК-Өфө» телеканалдарында ҡарарға, «Рәсәй радиоһы Башҡортостан», «Спутник FM» радиостанцияларында тыңларға мөмкин.

Быйыл тура бәйләнеш яңы форматта уҙа. Студияға журналистар менән бер рәттән төрлө эшмәкәрлек өлкәһе вәкилдәре саҡырыла.

Тура эфирға әҙерлек барышында ҡала һәм райондарҙа Башҡортостанда йәшәүселәрҙең мөрәжәғәттәрен яҙҙырыу өсөн телевизион майҙансыҡтар булдырыла, унда теләгән һәр кем Рөстәм Хәмитовҡа һорау бирә ала.

{podcenter}