Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

12.04.17

Башҡортостанда «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестивале еңеүсеһен иғлан итте

Нефтекамала Фәриҙә Ҡудашева исемендәге «Дуҫлыҡ моңо» XVI башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың халыҡ-ара фестивале тамамланды. Гран-при яулаусының исеме иғлан ителде. Ул – Ейәнсура районынан Әлфиә Мырҙабаева. Еңеүсе 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Шулай уҡ конкурс лауреаттары һәм дипломанттары, «Фестиваль ышанысы» номинацияһында еңеүсе асыҡланды. Халыҡ-ара фестивалдең тарихында тәүгә Нефтекаманан Юлиана Шараповаға Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваковтың Йәштәрҙең һәләтен һәм профессиональ оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү хәйриә фондының стипендияһы бүленде. Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән һәм Рәсәй төбәктәренән килгән ҡатнашыусылар Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Нефтекама хакимиәте башлығының махсус бүләктәре менән билдәләнде.

Өс конкурс көнө дауамында бик күп ҡыҙыҡлы номерҙар тәҡдим ителде – ҡатнашыусыларҙың һаны баштан 52-гә еткәйне. Быйыл сарала Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәре ҡатнашты. Рәсәйҙән Удмуртия, Кемеров, Ырымбур, Ульяновск, Ҡурған, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы, Мәскәү һәм Санкт-Петербург йырсылары булды. Бәйгеселәрҙе Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Сәғитова рәйеслегендәге жюри баһаланы.

Фестивалде ябыу тантанаһында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Нефтекама хакимиәте башлығы Рәшит Дәүләтов сығыш яһаны. «Дуҫлыҡ моңо»ноң гала-концерты онотолмаҫлыҡ шоуға әйләнде. Тамашасылар үҙҙәре өсөн яңы исемдәрҙе асып ҡына ҡалманы, ә Хәниә Фәрхи, Иҙрис Ғәзиев, Рөстәм Маликов, Риф Ғатауллин, Зөлфиә һәм Жәүит Шакировтар, Дамира Сәйетова, Флүрә Килдейәрова, Азамат Тимеров, Нур Дауытов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Заһир Зәйнетдинов, Роберт Юлдашев кеүек сәхнә йондоҙҙарын һәм «Ҡурайсы» төркөмөн тыңланы.

Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Нефтекама хакимиәте.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

{podcenter}