Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

31.05.17

Июндә республика халҡын ике өҫтәмә ял көнө көтә

Июндә Башҡортостан халҡын Рәсәй көнө һәм Ураҙа байрамы уңайынан ике өҫтәмә ял көнө көтә.

12 июндә бөтә ил Рәсәй Федерацияһы көнөн билдәләй.

Быйыл ул дүшәмбегә тап килә, шуға күрә рәсәйҙәр өс көн рәттән — 10, 11 һәм 12 июндә ял итә.

Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Ураҙа байрамы уңайынан 2017 йылдың 25 июне ял көнө тип иғлан ителде. Ошо хаҡта республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Быйыл Ураҙа байрамы йәкшәмбегә тура килә. Ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта, ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Шул рәүешле ял көнө йәкшәмбе — 25 июндән дүшәмбе — 26 июнгә күсә. Йома, 23 июндә, эш көнө ҡыҫҡармай.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 2017 йылдың 24, 25 һәм 26 июне ял көндәре булып тора.

Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 25 июндәге байрам көнө отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл Башҡортостанда 17 байрам ял көндәренә тура килә. 12 июндә Рәсәй көнө билдәләнә. Унан һуң: 25 июнь — Ураҙа байрамы; 1 сентябрь — Ҡорбан байрамы; 11 октябрь — Республика көнө; 4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнө.

{podcenter}