Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

01.06.17

Республика социаль-иҡтисади үҫеш менән иң яҡшы 10 төбәк иҫәбенә инде

Башҡортостан социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 10 төбәк иҫәбенә инде. Был «Рәсәй бөгөн» дәүләт медиагигант структураһында булған «Рейтинг» Рәсәй мәғлүмәт агентлығы төҙөгән төбәктәрҙең социаль-иҡтисади торошо рейтингының мәғлүмәттәре.

2016 йылдың йомғаҡтары буйынса, республика үҙ торошон яҡшыртҡан һәм хәҙер илдең 85 төбәге араһында һигеҙенсе урынды биләй.

Алдынғы өс төбәк исемлегендә – Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Ханты-Манси автономиялы округы – Югра.

Иң яҡшылар бишлеген Мәскәү өлкәһе һәм Татарстан яба.

Алтынсы һәм етенсе урындарҙа – Ямал-Ненец автономиялы округы һәм Ленинград өлкәһе.

Башҡортостан Республикаһы 2015 йылда рейтингтың 10 урынында ине. 2016 йылда ул үҙ күрһәткестәрен ике баҫҡысҡа яҡшыртып, һигеҙенсе урынды биләй.

Төбәктәрҙе баһалау рейтингына иҡтисадтың ҙурлығы, уның һөҙөмтәлелеге, шулай уҡ бюджет һәм социаль өлкә кеүек мөһим күрһәткестәр инә.

Тәҡдим ителгән мәғлүмәттәргә ярашлы, былтыр республикала тауар етештереү һәм хеҙмәттәр күләме 1870,67 миллиард һум, тупланған бюджетҡа 195,17 миллиард һум тәшкил иткән. Иҡтисадта мәшғүл кешеләрҙең иҫәбе 1,895 миллиондан артҡан.

Республикала бер кешегә тупланған бюджет табышы 47,97 мең һумға еткән.

Башҡортостанда һәр кешегә төп капиталға инвестициялар 88,71 мең һум тәшкил иткән.

Республикала былтыр килемле предприятиеларҙың өлөшө 79,5 процентҡа барып еткән

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}