Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

25.05.17

Башҡортостанда 17,5 мең самаһы 11 класс уҡыусыһы мәктәп менән хушлаша

25 майҙа Башҡортостанда 17,5 мең самаһы 11 класс уҡыусыһы мәктәп менән хушлаша. Дөйөм белеү биреү йорттарында тантаналы саралар уҙғарыла, уҡытыусыларҙың юл теләктәре, уҡыусыларҙың рәхмәт һүҙҙәре яңғырай һәм, әлбиттә, һуңғы ҡыңғырау сыңлай.

Ҡыҙҙар күлдәк, аҡ алъяпҡыс кейгән һәм сәстәрен аҡ таҫма менән йыйған, малайҙар матур итеп кейенгән. Һәр ҡайһыһын ҡыҙыл төҫтәге сығарылыш таҫмаһы һәм күкрәгендә бәләкәй ҡыңғырау биҙәй.

Башҡортостан Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, был көндө уҡыусыларҙың хәүефһеҙлегенә, сығарылыш уҡыусылары ҡатнашлығында мәҙәни-күңел асыу саралары уҙғарылған урындарҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлауға айырыуса иғтибар бүленә.

Киләһе аҙнала 11 клас уҡыусыларының етди имтихандар осоро башлана. Берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы 29 майҙан 1 июлгәсә үтә. Ул дүшәмбе, 29 майҙа, география һәм информатика буйынса тестар менән башланып китә.

Быйыл сығарылыш кисәләре һәм урта дөйөм белем тураһында таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһы 27 июндә үтә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

{podcenter}