Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

24.05.17

Хеҙмәт министрлығы иң юғары эш хаҡы булған тармаҡтарҙы атаны

Былтыр иң юғары эш хаҡын финанс тармағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр алған, тип белдерҙеләр Рәсәй Хеҙмәт министрлығында. Иң түбән табыш – аграр сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрендә.

«Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, финанс тармағында эшләгән рәсәйҙәрҙең уртаса эш хаҡы 78,3 мең һум тәшкил иткән. Ауыл хужалығы хеҙмәткәре уртаса 21,4 мең һум алған.

Эш хаҡының кимәле буйынса финанс сектор 2015 йылда ла алдынғы булған. Шул уҡ ваҡытта тармаҡ белгесенең уртаса эш хаҡы яҡынса 8,8 мең һумға артҡан.

Росстат мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә уртаса эш хаҡы былтыр 36,7 мең һум тәшкил иткән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}