Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

22.05.17

Балалар баҡсаһы өсөн түләүгә компенсацияларҙы кире ҡайтарыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде

Башҡортостанда ғаиләләрҙең бөтә категорияларына балалар баҡсаһы өсөн түләүгә ата-әсәләргә компенсацияларҙы кире ҡайтарыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде: беренсе бала өсөн — 20, икенсеһенә — 50, өсөнсөһөнә 70 процент.

Ағымдағы йылдың 1 мартына тиклем бөтә ата-әсәләр ҙә ошо льготаларға эйә ине. Ләкин 1 марттан федераль талаптарға ярашлы республикала компенсациялар түләү тәртибен яңынан ҡарау башланды. Шулай  итеп, социаль ярҙамдың был төрөнә мохтаждар ғына иҫәп тота алды. Атап әйткәндә, килеме һәр кешегә йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмаған ғаиләләр. Үҙгәрештәр балалары баҡсаға йөрөгән күпселек ата-әсәләрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.

Шәмбе, 20 майҙа, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Краснокама районына эш сәфәре барышында республика Хөкүмәтенә балалар баҡсалары өсөн компенсация түләү тәртибен ҡабаттан ҡарарға ҡушты.

«Төбәк башлығы ҡушыуы буйынса Башҡортостандың Мәғариф министрлығы Хөкүмәткә мәктәпкәсә учреждениеларҙа балаларҙы ҡараған һәм тәрбиәләгән өсөн ата-әсәләр түләүенә компенсация биргәндә йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ дәүмәле рәүешендә адреслыҡ критерийын билдәләү йәһәтенән «Мәғариф тураһында»ғы закондың үҙгәрештәрен туҡтатыу тураһында тәҡдимдәр индерҙе», — тип аңлатма бирҙе мәғариф ведомствоһы етәксеһе Гөлназ Шафиҡова.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

{podcenter}