Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

16.05.17

Республикала тәүге бала тыуғанда «торлаҡ» түләүенә ғаризалар ҡабул ителә башланы

15 майҙан Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тәүге бала тыуғанда ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе алыуға ғаризалар ҡабул итә башланы.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бындай түләүгә ике меңдән ашыу ғаилә дәғүә итә ала.

Март айында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә йәш ғаиләләргә ярҙам итеү һәм тыуымды арттырыу өсөн демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Социаль түләү 35-тән уҙмаған, республика хөкүмәте билдәләгән тәртиптә  торлаҡҡа мохтаж тип табылған, 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем беренсе балалары донъяға килгән ғаиләләргә бирелә.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты сайтында алырға мөмкин.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}