Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

15.05.17

Константин Толкачев Һуңғы ҡыңғырау көнөндә «ҡоро закон»дың үтәлешен тәьмин итергә саҡыр

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев хоҡуҡ һаҡлау органдарын һуңғы ҡыңғырау көнөндә «ҡоро закон»дың үтәлешен тәьмин итергә саҡырҙы. Үткән йылдың декабрендә Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәр «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында республика биләмәһендә алкоголле эсемлектәр һатыуҙы тулыһынса тыйыуҙы күҙ уңында тота. Ағымдағы йылдың ғинуарынан яңы закон көсөнә инде. Ошондай сикләү 25 майҙа тәүге тапҡыр ҡулланыла.

«Уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең яңы сикләүҙе ыңғай ҡабул итеүҙәренә ышанам. Ул балаларҙың тормошондағы төп байрамдарҙың береһен үткәргән ваҡытта уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Мәктәп менән хушлашыу көнө ыңғай һәм шатлыҡлы тәьҫораттар менән иҫтә ҡалырға тейеш. Ваҡлап сауҙа итеүселәр яңы Законды аңлап ҡабул итерҙәр һәм уның талаптарына буйһонорҙар тип өмөтләнәм. Мин үҙ сиратымда хоҡуҡ һаҡлау органдарына Һуңғы ҡыңғырау көнөндә сикләүҙең тәүгә ғәмәлгә индерелеүен иҫәпкә алып, закондың үтәлешенә айырыуса иғтибар бүлеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткем килә», —  тине төбәк парламенты спикеры.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

{podcenter}